Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Май 2025, 11:05

Төлкөләр һәм көҙәндәр һөжүм итә

Бер хужалыҡта 70 тауыҡты юҡ иткәндәр

Төлкөләр һәм көҙәндәр һөжүм итәТөлкөләр һәм көҙәндәр һөжүм итә
Төлкөләр һәм көҙәндәр һөжүм итә

Баҡалы районының Яңы Илек ауылында төлкөләр, шулай уҡ көҙәндәр йорт ҡоштарына һөжүм иткән. Был хаҡта социаль селтәрҙә урындағы халыҡ хәбәр итте.

"Беҙҙең хужалыҡта иртәнге сәғәттәрҙә шундай ҡурҡыныс күренеш ине. Бер айҙан ашыу ауыл буйлап төлкөләр өйөрө йөрөй, ауылдаштар көҙәндәрҙе лә  күргән. Һәм бындай күренеш һәр хужалыҡта тиерлек кемдеңдер 10, 8 тауыҡ, өйрәген юҡ иткәндәр. Беҙҙең 70 баш тауыҡты юҡ иттеләр. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға белмәйбеҙ», — тип һөйләне урындағы ҡатын.

Граждандар йорт ҡоштарына һөжүм иткән ҡырағай хайуандарҙы юҡ итеү буйынса саралар күреүҙе һорай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас