Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Май 2025, 11:20

14 йәшлек малай батып үлгән

Уның кәүҙәһен эҙләйҙәр. Һаҡ булығыҙ! Көндәр эҫе торһа ла, һыу инеү иртә әле, һыу йылымаған!

14 йәшлек малай батып үлгән14 йәшлек малай батып үлгән
14 йәшлек малай батып үлгән

Ҡарман ГРЭС -. Һыу ағыҙыу каналында Энергетик ҡасабаһы янында 14 йәшлек малай батып үлгән.

Бәхетһеҙ осраҡ кешеләр алдында булған-ул башҡа балалар менән бергә һыу инеп йөрөгән. Водолаздар үҫмерҙең кәүҙәһен эҙләй.

Эҫе булыуға ҡарамаҫтан, һыу әле бик һыуыҡ, һыу инеү әлегә иртә һәм бик хәүефле. Ағымдағы майҙа был инде балаларҙың батып үлгән өсөнсө осрағы. Быға тиклем фажиғәләр Стәрлетамаҡта һәм Көйөргәҙе районында булған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас