+24 °С
Ямғыр


Архангел районының Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында 29 майҙа Асҡын йылғаһы аша күперҙә эш өсөн хәрәкәт өлөшләтә ябыла.
Был хаҡта Башҡортостандың транспорт министрлығы хәбәр итә. Архангельское һәм Бейсово ауылдары араһындағы юл участкаһында сикләүҙәр индереләсәк.
Улар 10.00-дән 10.20-гә тиклем, 11.00-дән 11.20-гә тиклем һәм 12.00-дән 12.20-гә тиклем дауам итә. "Юл хеҙмәттәре уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм юлдағы ваҡытты алдан планлаштырыуҙы һорай», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.