Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Май 2025, 11:15

Ҡот осҡос юл фажиғәһе булған

Аварияла өс кеше һәләк булған

Ҡот осҡос юл фажиғәһе булғанҠот осҡос юл фажиғәһе булған
Ҡот осҡос юл фажиғәһе булған

Өфөнән өс кеше Һамар өлкәһендә ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған. Урындағы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыйған яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 майҙа көндөҙ Сызрань районында М-5 «Урал» федераль трассаһында 897 километрға Ford Focus автомобиле ҙур йөк машинаһы менән бәрелешкән. Аварияла 1994 йылда тыуған водитель һәм 1946 һәм 1966 йылдарҙа тыуған Ford Focus пассажирҙары һәләк була. Ҡорбандар араһында республиканың баш ҡалаһы мәктәптәренең береһендә уҡытҡан башланғыс кластар уҡытыусыһы бар. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын тикшерә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас