Бөгөн Баймаҡ районының сиһаҡсылары бергә йыйылып, ил сиге һағы ғәскәре көнөн билдәләне. Иртә таңдан улар урамдарҙан үҙ флагтары менән машиналарҙа үтеп, һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне. Сараның тантаналы өлөшө ҡаланың “Еңеү” паркында үтте. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарыныбуйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов ҡатнашты.
- Сик һаҡсыларының хәрби антына булған тоғролоҡ, яуаплылыҡ һәм күрһәткән ҡаһарманлыҡтары Ватаныбыҙҙың именлеген һаҡлай. Шуның өсөн һеҙгә оло рәхмәтемде белдергем килә, - тине Азамат Сәфәрғәле улы. – Бөгөн һеҙ тыныс тормошта лайыҡлы хеҙмәт юлы үтәһегеҙ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Үҙегеҙҙең өлгөлә үҫеп килгән быуынға матур тәрбиә бирәһегеҙ. Бөгөн беҙ илебеҙҙең киләсәге, балаларыбыҙҙың алдағы тормошо өсөн ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Шуны иҫәпкә алып, сик һаҡсыларының күптәре махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Улар Курск һәм Белгород өлкәләрендә ил сигендә тора. Бай тәжрибәләре һәм һөнәри оҫталыҡтары менән беҙҙең именлекте һаҡлайҙар.
Радмир Иҫәнбаев та үҙенең сығышында сик һаҡсыларының хеҙмәтенә рәхмәт белдереп, хәрби туғанлыҡҡа бөгөн дә тоғро ҡалыуҙарына һоҡланыуын йәшермәне. Артабан ул йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙәге тос өлөштәре өсөн Рәмил Байымов менән Сырлыбай Мусинға ҡала биләмәһе хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Хөрмәт Хәмитов үҙ сиратында сик һаҡсыларына изге теләктәрен еткереп, Хәмитйән Тойғонов менән Хөрмәт Уразбаевты Почет грамотаһы менән бүләкләне. “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге” коммерция булмаған ойошма директоры Ринат Сабаев махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн Тимур Алсынбаев, Ришат Дәүләтбирҙин, Альбер Зөфәров, Рәшит Шәрәфетдинов һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Хәбибулла Сакинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ил сигендә хеҙмәт иткән Альберт Хөсәйенов һәм Ирек Мусин күрһәткән хөрмәт һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдереп Азамат Иҙрисов менән Радмир Иҫәнбаевҡа “Ватандың ил сиге ҡалҡаны” иҫтәлекле билдәһен бүләк итте.
Баймаҡ районы буйынса ветеран-сик һаҡсыларының “Дозор” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сәлимйән Италмасов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау әҙерләүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн Рәил Әбдрәшитов, Замир Мәхмүтов, Ринат Мөхәмәтйәров, Хәлит Хәйбуллин, Альберт Хөсәйенов, Радик Хәйбуллин, Альберт Фәйзуллин, Виталий Фуников һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан офицер Иршат Шәрәфетдиновҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан тантанаға йыйылыусылар илебеҙ именлеге өсөн һәләк булған яугирҙәрҙе иҫләп, бер минутҡа тын ҡалды. Сара һуңында сик һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискиға сәскәләр һалынды.