Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Май 2025, 06:21

«БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының презентацияһы үтте

Беренсе сифатлы тәржемәсе әҙерләнде

Конгресс-холда «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы сиктәрендә «Баштәржемә»автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының презентацияһы үтте.

«БашТәржемә» АИС -. файҙаланыуға тапшырыу һәм ҡулланыусылар өсөн инструкция тураһында УНИТ-тың цифрлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин һөйләне. Ул рус теленән башҡорт теленә һәм башҡорт теленән рус теленә сертификатланған тәржемәләр эшләргә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев платформаны тикшереүҙән һуң өс көн үткәс эшләтеп ебәрергә мөмкин буласағын белдерҙе. Ул яһалма интеллект һәм башҡа технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә тиҙ үтеп инеүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, күптән түгел республикала башҡорт телендә тәүге «Һомай» колонкаһының барлыҡҡа килеүенә шатландыҡ, ә хәҙер инде беренсе квалификациялы тәржемәсе әҙерләнде.

Айнур Хәйбуллин «БашТәржемә» платформаһының документтар тексын – бланктарҙы, мисәттәрҙе, яҙыуҙарҙы, дәүләт органдары, ойошмалар, учреждениелар һәм предприятиеларҙың яҙыу текстарын, шулай уҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәтте башҡорт теленә тәржемә итеүен аңлатты. Ул, тәржемә хеҙмәте күрһәтелгән заказсы электрон ҡултамға менән квалификациялы тәржемә сертификаты ала, тип билдәләне. 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас