+21 °С
Болотло
Бөгөн иртән Көйөргәҙе районындағы Ермолаевка — Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлында 18 йәшлек егет юл фажиғәһендә һәләк булған. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул «Лада Гранта» рулендәге йәш водитель идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған. Ул ваҡиға урынында йән биргән. Уның водитель таныҡлығы булмаған.
Әлегә ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана.