+21 °С
Болотло


Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда «Ирәндек яугирҙәре» китабының исем туйы булып үтте. Алыҫ араларҙы яҡынайтып республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән яҡташтарыбыҙға, күрше ауылдар халҡына, ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ойоштороу өҫтөндә эшләгән китаптың ижади төркөмөнә, ауыл хакимиәтенә, мәктәпкә, клуб хеҙмәткәрҙәренә, тәмле аш-һыу менән һыйлаусы ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт. Тарихыбыҙға, олатайҙарыбыҙҙың яу юлдарына битараф булмай китап яҙыуға булышлыҡ иткән һәр берегеҙгә рәхмәт. Күмәкләгән — яу ҡайтарған! Бергәләп ошо оло эште лайыҡлы итеп башҡарып сығарҙыҡ, үҙебеҙҙең берҙәмлекте күрһәттек.