+21 °С
Болотло
Сибайҙа вандалдар урындағы парктағы матурлыҡты урап үтә алмаған: билдәһеҙ кешеләр сәскә түтәленән ултыртылған петунияларҙы ғына урлаған.
Ҡала хакимиәте белдереүенсә, сәскә урлау видеокүҙәтеү камераларына эләккән. Был кадрҙар ғариза менән бергә полицияға тапшырылған да инде. Парктағы петуниялар сәскә атып та өлгөрмәй, ҡаҙып алып урлана. Бәлки, урлаусылар үҙҙәренең ҡырын эше видеокүҙәтеү камераларында теркәлгәнен дә белмәгәндер", - тип билдәләнеләр мэрияла.