Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2025, 06:00

Йәшенле ямғыр фажиғә килтергән

Ҡатын һыйырын ҡотҡарам тип үҙе лә һәләк булған

Йәшенле ямғыр фажиғә килтергәнЙәшенле ямғыр фажиғә килтергән
Йәшенле ямғыр фажиғә килтергән

Һарайға бәрелгән йәшен разряды ағас кәртә-ҡурала янғын сығара. Фажиғә кисә Миәкә районының Күл-Ҡуңҡас ауылында булған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын ваҡытында һыйырҙы ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек ҡатын һәләк булған, әммә уларҙың өҫтөнә ут менән ҡапланған ҡыйыҡ ҡолаған. Хайуан да иҫән ҡалмай. Ведомствола әйтеүҙәренсә, ошондай уҡ хәл шул уҡ муниципалитеттағы Исламғол ауылы биләмәһендәге һарайҙа теркәлгән. Әммә бында ҡорбандар булмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас