+21 °С
Облачно
Браслет үреү эшебеҙ дауам итә.
Аллаһу Тәғәләгә шөкөр, браслеттарыбыҙ күҙгә күренә башланы.
Кисә өйрәнгәндәр, бөгөн башлап килгәндәргә өйрәттек.
Дөбөр-шатор күктә йәшен йәшнәй,
Утлы ҡамсы ташлай ялағай.
Күҙ асҡыһыҙ эре ямғыр яуа,
Туҡтарға ул һис тә уйламай.
Бары ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр,
Бирелгәндәр "браслет" үреүгә.
Үргәндәрен һүтеп ҡарай улар,
Еңел булһын-тиеп һүреүгә.
"Браслет" тар бит, яугирҙәргә кәрәк,
Ҡотҡарырлыҡ улар үлемдән.
Аңларһығыҙ, дуҫтар, ни хәжәтен,
Әйтер-әйтмәҫ ярты һүҙемдән.
Баш осондағы болот таралыр,
Күҙ сағылыр ҡояш нурынан.
ЕҢЕҮ тигән изге хәбәр килер
Ут-ялҡынлы һуғыш ҡырынан.
Ишей ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе;
Х. И. Ишдәүләтова.
22.05.25 йыл.