Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Май 2025, 06:50

Яугирҙәргә арналған ҡаһарманлыҡ сараһы

Автоуҙыштың инициаторы булған “Яҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабы етәксеһе Гөлназ Хафизова сығышында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе мәңге һаҡлауҙың, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм үҙ иленең тарихына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүҙең мөһимлеген әйтеп үтте.

Баймаҡта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған патриотик автоуҙыш үтте.

Унда район халҡы, төрлө ойошма вәкилдәре, яугирҙәр ҡатнашты. Автоуҙыш барышында мемориалдарға сәскәләр һалып, Тыуған иле азатлығы өсөн һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар. Старт бирелер алдынан тантаналы митинг булды. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ирекмәндәре етәксеһе Гөлназ Хафизова сығыш яһаны. Район етәксеһе: “Махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәндәр хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ватанды һаҡлаусыларыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж һәм ирекмәндәр яугирҙәрҙе бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин итеү өсөн арымай-талмай эшләй. Уларҙың хәрби частәрҙән алған күп һанлы наградалары, рәхмәт һүҙҙәре эштәренең ни тиклем мөһим булыуын дәлилләй. Бөтә ирекмәндәр командаһына ихлас рәхмәт белдерәм! Хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ һәм Ватанға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт! Был автоуҙыш донъяның именлеген һаҡлау, Тыуған илде һаҡлаусыларҙы хөрмәтләү һәм үткәндәге фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү тураһында иҫкәртеү булһын!”-тип һөйләп үтте.

Автоуҙыштың инициаторы булған “Яҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабы етәксеһе Гөлназ Хафизова сығышында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе мәңге һаҡлауҙың, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм үҙ иленең тарихына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүҙең мөһимлеген әйтеп үтте.

Артабан райондың иң әүҙем ирекмәндәре төрлө наградалар менән бүләкләнде.

Флагтар менән биҙәлгән тиҫтәләгән автомобилдәрҙән торған колонна әкренләп ҡаланың төп урамдары буйлап үтте, тыуған еребеҙ, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоларын уятты.

Баймаҡ халҡы автоуҙышты ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Артабан күбеһе ата-бабаларының батырлыҡтарына теләктәшлек һәм ихтирам белдереү өсөн, колоннаға ҡушылды. Сара аҙағында Ҡуянтау ауылында байрам концерты ойошторолдо. Автоуҙышта ҡатнашыусылар сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Сәрүәр Иҙелбаева: Яҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәре тарафынан ойошторолған автоуҙыш юғары кимәлдә уҙҙы. Рәхмәт һеҙгә! Районыбыҙҙың төпкөл ауылдарынан килеп, сарала ҡатнашыусыларға “афарин” тип кенә әйтергә була. Ҡуянтау ауылында “ялан кухняһы”нда бар ҡатнашыусы, балалар тәмле итеп бешерелгән һалдат бутҡаһынан, мул һыйлы табындағы тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Ауыл халҡының ҡаршы алыуҙары, бай йөкмәткеле концерт номерҙары өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Изге эштәребеҙ - уң, ғаиләләребеҙ - имен, үҙебеҙ һау сәләмәт булайыҡ.хәлебеҙҙән килгәнсә яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек. Тамсынан күл йыйыла!” - тине.

Һуғыш йылдары йырҙары, бейеүҙәре тамашасыларҙың йөрәктәрен йылылыҡ һәм баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт хистәре менән сорнаны.

Гүзәл Салихова.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас