+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан райондарының береһенә боҙборсаҡ яуған. Салауат районы халҡы хәбәр итеүенсә, көндөҙ көслө ямғырҙан башланған. Һуңынан ул көслө боҙборсаҡҡа әйләнгән. Ҡайһы берҙәре бигерәк ҙур булған. Баҡсасылар киләсәк уңыш өсөн борсолоуын белдергән.
Бынан алда Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын хәүефле һауа торошо хаҡында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөң икенсе яртыһында һәм кис төбәктә урыны менән секундына 25 метр тиҙлектәге көслө ел иҫеүе көтөлә.