Новости
20 Май 2025, 04:25

Имен-һау ғына ҡайтығыҙ

Һағындырҙығыҙ бит, ил һаҡсыларыбыҙ!

2025 йыл республикала рәсми рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеүе мәғлүм. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы сиктәрендә әҙерләнгән саралар планына ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары ойошторолдо. 27 февралдән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ҡатындары өсөн 4,5 проценттан түбән ставкалы эшҡыуарлыҡ займдары ҡаралған. Сара эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн финанс тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә ярҙам итергә тейеш. Кредит алыуҙың тулы ҡағиҙәләре Башҡортостан микрокредит компанияһы сайтында баҫылған.

Яугирҙәребеҙҙең имен-һау, Еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас