Новости
19 Май 2025, 13:25

Туғыҙҙар, ун берҙәр, һеҙ әҙерме?

Туғыҙынсы кластар - 21 майҙа, ун беренсе кластар 23 майҙа дәүләт имтихандарын тапшыра башлаясаҡ...

Был аҙнала Башҡортостан мәктәптәрендә 2025 йылғы сығарылыш уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабы башлана. Был Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл берҙәм дәүләт имтиханында 17 мең самаһы кеше ҡатнашырға ниәтләй, был уҙған йылға ҡарағанда 1400 кешегә күберәк. Һынауҙар үтеү өсөн 164 имтихан үткәреү пункты әҙерләнгән.

Һынауҙар 23 майҙа уҡ тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса имтихандарҙан башлана.

Төп дәүләт имтиханында 51 812 туғыҙынсы класс уҡыусыһы теркәлгән. Улар өсөн имтихандар 434 пунктта үтәсәк. Сит телдәр буйынса тәүгеләре 21-22 майға билдәләнгән.

Министр, БДИ-ла ҡатнашыусылар араһында иң популяр предметтар: профилле математика – 55,2%, йәмғиәтте өйрәнеү – 34,7%, информатика – 26,7%, тип өҫтәне.

9-сы класты тамамлаусылар араһында иң киң таралған һәм популяр предмет булып өсөнсө йыл информатика (55,8%) тора, 47,7% балалар географияны һайлай, йәмғиәтте өйрәнеү өсөнсө предмет булып тора (36,13%).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас