Новости
19 Май 2025, 13:20

Иргә һеләүһен ташланған

Ҡатыны иренең тауышын ишетеп ҡалып, икәүләп йыртҡысты көскә еңә алғандар...

Иргә һеләүһен ташланғанИргә һеләүһен ташланған
Иргә һеләүһен ташланған

Был хәл Ҡариҙел районында булған. 11 май иртәнсәк ауылда иргә һеләүһен ҡапыл ташлана. Ул уның менән көрәшә башлай. Ҡатыны иренең ҡысҡырған тауышын ишетеп йүгереп бара һәм икәүләп көскә еңәләр. 

Иргә медицина ярҙамы күрһәтелә. Ә һеләүһендең үләкһәһен тикшереү уның ҡотороу менән ауырыуын күрһәтә. Белгестәр урамда, йорт янында урман йәнлектәрен күргән осраҡтар  +7 (347) 218-04-30 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәклеген иҫкәртә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас