Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Май 2025, 14:15

Ир ҡатыны өҫтөнә шыйыҡса һибеп, ут төрткән

Ҡәйнәһе ялҡынлы йорттан сыға алмайынса, ҡатыны дауаханала үлә...

Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылында янғында көслө тән йәрәхәттәре алған 63 йәшлек ҡатын бөгөн көндөҙ дауаханала вафат булған. Был хаҡта БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ҡатыны һәм ҡәйнәһе менән бергә йортто яндырған 67 йәшлек ирҙе ике айға изоляторға оҙатҡандар. 16 майҙа иҫерек ир торлаҡ йорттоң фатирында ҡатынының өҫтөнә тиҙ яна торған шыйыҡса һибә һәм яндыра. Барыһы ла ҡатындың иренә эскән өсөн асыуланыуы өсөн килеп сыға. Бинала шулай уҡ зыян күргән ҡатындың хәрәкәтһеҙ әсәһе була, ул ялҡынлы йорттан сыға алмай. Ир быны яҡшы белә. Янғын башланғандан һуң ғәйепләнеүсе бинанан сығып китә. Уның ҡәйнәһе урында уҡ углекислый газ менән ағыуланып вафат була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас