Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Май 2025, 15:20

Хәмер һатылмай торған көндәр

24 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был көндө иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ...

24 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был көндө иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында.

Һабантуйҙар ойошторолған муниципалитеттарҙа ла ошондай сикләү индерелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала һабан байрамдары 31 майҙан 19 июлгә тиклем ойошторола. Бынан тыш, июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнгән Йәштәр көнөндә лә хәмер һатырға ярамай (быйыл 28 июндә).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас