+21 °С
Болотло
Яугирҙәргә — 101 мең һум! Кисә Мерәҫ ауылы халҡы Гала концертта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнә 101140 һум тапшырҙы. Был сумма ауыл биләмәһендә округтар араһында ике ай дауамында барған «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» тип аталған концерт һөҙөмтәһендә тупланған. Күрһәткән шундай ҙур ярҙамдары өсөн хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге ауыл Советы депутаттарына, ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Рәхмәт, мерәҫтәр! Афарин!