+21 °С
Болотло
Башгидрометүҙәк фаразы буйынса, 18 майҙа республикала һауа көндөҙ +17,+22 градусҡаса йылына.
Иртәгә, 19 майҙа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.
20 майҙа ла ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +8,+13°, урыны менән +3°, көндөҙ +14,+19°тәшкил итәсәк.