+21 °С
Болотло


Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус тәшкил итәсәк.
Шәмбе һәм йәкшәмбелә шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә +4, +9, көндөҙ +17, +22 градус күрһәтәсәк.