Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Май 2025, 07:20

Салауатта фабрика шартлаған

Емереклек аҫтында кеше бар. Шартлау шул тиклем көслө булған, фабрика янындағы биналарҙың тәҙрәләре ҡойолоп төшкән...

Салауат ҡалаһында фабрикала ҡот осҡос шартлау булған. Емереклектәр аҫтында кешеләр ҡалған, тип хәбәр «УфаНовости» порталы. 

Бөгөн иртән Салауаттағы «Свеча» парафин етештереү фабрикаһында шартлау булған. Бинаның бер өлөшө емерелеп төшкән. Әле урында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. 43 кеше һәм 17 берәмек техника йәлеп ителгән. 

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 4 кеше зыян күргән, бер кеше әлеге ваҡытта емереклектәр аҫтында, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһынан.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас