

Өфөлә “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” республика проектына йомғаҡ яһалды.
Йыл дауамында “Журналистика оҫтаханаһы” эксперттары республика райондарына булды, уҡытыу семинарҙары үткәрҙе һәм редакцияларға үҙҙәренең баҫмаларын яҡшыртырға ярҙам итте. Һәм, ниһайәт, бөгөн “Башинформ” конференц-холында проекттың йомғаҡлау сараһы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үтте.
Сараны асып, “Үҫеш” үҙәге директоры Ринат Шәйбәков республика Башлығы грантына үткәрелгән “Башҡортостан” нәшриәт йорто менән берлектә ойошторған проектта бөтә район киң мәғлүмәт саралары журналистары — баш мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, фотохәбәрселәр, СММ-белгестәр ҡатнашыуын белдерҙе. Төрлө районда медиаиндустрияның иң яҡшы белгестәре ҡатнашлығында 7 семинар ойошторолдо. Район журналистары менән билдәле эксперттар: контент белгестәре һәм медиатренерҙар Станислав Шахов, Зөһрә Сәйетҡолова, Әлфиә Байбурина, Дарья Касьянова, фотографтар Динар Кәлимуллин, Алексей Тулинов, Александр Данилов эшләне.
“Проектҡа федераль эксперттарҙың да ҡушылыуы айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй Журналистар Союзы секретары Владимир Касютин һәм билдәле гәзит дизайнеры Сергей Мешавкин район гәзиттәре йөкмәткеһен ентекле тикшерҙе. Федераль эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостанда медиа мөхит үҫешенә етди ҡарайҙар. Уларҙың материалдарҙы йыйыу, тапшырыу һәм редакция аудиторияһы менән эшләү буйынса практик кәңәштәрен редакциялар шунда уҡ үҙ эшендә файҙалана башланы”,- тип һөйләне Ринат Шәйбәков.
Проектта ҡатнашыусыларға БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова ла сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Тәү сиратта ул республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Башлығы гранттары Фондына тармаҡҡа ярҙам иткәне һәм иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шуны билдәләп үтке килә, “Журналистика оҫтаханаһы” проекты беҙҙең баҫма гәзиткә лә, сайт, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә лә ыңғай үҙгәрештәр индерергә ныҡ ярҙам итте. Беҙ эксперттарҙан алған белемдәребеҙҙе файҙаланып эшләй башланыҡ. Әлбиттә, гәзит һәм социаль селтәрҙәр яҡшыра, ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Проектты тормошҡа ашырыу барышында күп нәмәгә өйрәнеп өлгөрҙөк. Шул уҡ ваҡытта уға йомғаҡлау көнөн дә тулҡынланып көттөк. Һөҙөмтәлә, “Һаҡмар” гәзитенең еңеүселәр рәтендә тәбрикләнеүе ҡыуандырҙы һәм тағы ла дәртләнеп эшкә тотоноуға булышлыҡ итте.
Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды ярҙамында ойошторолған “Журналистика оҫтаханаһы” проекты беҙ, журналистар өсөн, ысын үҫеш мәктәбенә әүерелде. Уны ойоштороусыларға бар күңелдән рәхмәт әйтеп, артабан да ошондай саралар дауам итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. “Һаҡмар” гәзитенең төрлө ижади конкурстарҙағы еңеүҙәре артабан да тулылана ғына барһын!
Гүзәл Салихова.