Новости
14 Май 2025, 08:59

Геройҙарын онотмай тыуған яҡ

Ҡаланың 4-се лицейындамахсус хәрби операцияла һәләкбулған яугир Руслан Салауат улыФәйзуллиндың яҡты иҫтәлегенә“Герой партаһы” асылды.

Тантанала район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, геройҙың әсәһе Әлфиә Вәсил ҡыҙы, туғандары, дуҫтары, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рәмис Әмиров, “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм  ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәгерәйесе Ринат Сабаев, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, Гөлназ Заманова, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Руслан Фәйзуллин 2023 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус  хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ йылдың октябрендә Донецк Халыҡ Республикаһында барған ҡаты алышта уның ғүмере өҙөлә. Уның яу юлында күрһәткән ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән баһалана. Әйтергә кәрәк, Русланға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы Суфиян Ғирфанов өлгө булып тора. Уның күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын бәләкәй сағынан уҡ ишетеп үҫә. Һөҙөмтәлә үҙендә лә шундай һыҙаттар тәрбиәләй.

– Илебеҙгә хәүеф янағанда Руслан Фәйзуллин да ситтә ҡала алмай, үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, – тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман егетебеҙҙең ғүмере бик иртә өҙөлдө. Батыр ул үҫтергәндәре өсөн атаәсәһенә рәхмәт. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Руслан Фәйзуллиндың өлгөһөндә үҫеп килгән быуын тәрбиәләнә. Әлфиә Вәсил ҡыҙы үҙ сиратында улының исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалғандарҙың барыһына ла, шул иҫәптән улы белем алған мәктәп коллективына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Руслан Фәйзуллиндың яҡты иҫтәлеген бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алдылар. Уҡыусыларҙың сығыштары сараны тулыландырып, тағы ла тулҡынландырғыс мәл өҫтәне.

Әйтергә кәрәк, ҡаланың 4-се лицейы даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәрә. “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәге уларҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Герой партаһы” – “Берҙәм Рәсәй” партияһының сираттағы проекты. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас