Тамырҙарын һәм үҙырыуының тарихыняҡшы белгән халыҡтыңкиләсәге бар, тип юҡҡағына әйтмәгәндәр.Ниндәй генә замандарбулмаһын, халҡыбыҙтарихи үткәнен,шәжәрәһен бер ҡасанда онотмаған һәмбөгөнгә тиклем һаҡлапҡала алған. Әлегекөндәрҙә лә атабабаларыбыҙҙың данлыүткәнен йәш быуынғаеткереү өсөн маҡсатлыэш алып барғанмилләттәштәребеҙҙеңкүп булыуы ҡыуандыра.Был тәңгәлдә Моҡасауыл биләмәһенәҡараған элекке Моҫтай һәмАтанғол ауылдары халҡы башҡатөбәктәргә ысын мәғәнәһендә үрнәкбулып тора.
Тап ошо ауылдарҙа тыуған, тамырҙары шул төбәккә бәйле булған ауылдаштар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн алдан уҡ маҡсатлы эш алып бара. Яу ҡаһармандарының тулы исемлеге төҙөлә, обелиск асыу өсөн аҡса йыйыла, материалдар туплана. Һәйкәл булдырыуға ауылдар халҡы әүҙем ҡатнаша. Һәм Бөйөк Еңеү көнөндә – 9 майҙа – Моҫтай һәм Атанғол ауылдарында обелисктарҙы асыу тантанаһы булды, "Үлемһеҙ полк" ойошторолдо. Моҫтай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 88 кеше ҡатнаша, шуларҙың 55-е яуҙа батырҙарса һәләк була. 33 ҡаһарман тыуған төйәгенә Еңеү менән ҡайта. Яугирҙәрҙең исемлеген төҙөүгә Беренсе Төркмән ауылындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей мөдире Зәлиә Бүләкәнова күп көс һалған. Исемлекте төҙөүҙә ул Әбүбәкер Рәсүлев, Фазыл Бүләкәнов яҙмаларын, Хажиәхмәт Бүләкәнов обелискыһынан һәм "Память народа" сайтынан алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланған. Обелискты асыу хоҡуғы ошо ауылда тыуып үҫкән РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы, Ленин ордендары кавалеры Әбүбәкер Насырйән улы Рәсүлевҡа һәм Моҡас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Хажинаға бирелде. "Мин, үҫмер малай, Еңеү тураһында Иҫке Сибай яғына торф ташырға эшкә йөрөгән саҡта ишеттем. Бер һыбайлы килеп, Еңеү хаҡында әйтеп китте. Кемеһе илай, кемеһе ҡыуана, хәлһеҙләнеп йығылыусылар ҙа булды. Ә беҙ, малайҙар, баш кейемдәрен күккә һелтәп йүгерештек", – тип хәтирәләре менән бүлеште абруйлы ветеран. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин тантанала сығыш яһап, моҫтайҙарҙы Бөйөк Еңеү көнө менән район хакимиәте һәм Ҡоролтай исеменән тәбрикләне, обелиск төҙөүгә тос өлөш индергән һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Хажина ауылдаштарын байрам уңайы менән ҡотланы, иң-иңдәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Сарала ҡатнашҡан МХО яугире Руслан Килмөхәмәтов ауылдаштарын тәбрикләне, үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ветерандар рухына аят бағышланды, халыҡ батырҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, обелискыға венок һәм сәскәләр һалды. Һуңынан моҫтайҙар ҡорбан ашына йыйылды, балалар өсөнтөрлө уйындар үткәрелде. Атанғол ауылы халҡы рухлы, берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Ҡасандыр гөрләп торған, әммә һуңғы тиҫтә йылдарҙа билдәле сәбәптәр менән тарҡалыуға дусар булған ауылда тормош һүнмәгән әле. Бында өс ғаилә йәшәй бөгөн. Ошо төбәктә тыуып үҫкән, тамырҙары тап Атанғолдан сыҡҡан кешеләр бер ҡасан да тыуған ерен онотмай. Бынан өс йыл элек улар күмәк көс менән ауыл зыяратын кәртәләп ала. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу маҡсатында атанғолдар ойоштороу комитеты төҙөй, аныҡ план билдәләй һәм шуларҙы тормошҡа ашырыуға тотона. Ауыл халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына обелиск төҙөргә һәм китап нәшер итергә ҡарар итә. Әйтергә кәрәк, был изге эшкә тамырҙары Атанғолдан булған һәр кем тос өлөш индерә: аҡсаһын да йыя, төҙөлөш эштәрендә ир-егеттәр ҙә, ҡатынҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Һәм Бөйөк Еңеү көнө алдынан ҡаһарман яугирҙәрҙең яҡты рухына арналған обелиск әҙер булды. Тантанаға һәр кем тейешле кимәлдә әҙерләнде, байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Тантаналы сарала сығыш яһап,Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин атанғолдарҙы һәм сараға йыйылыусыларҙы ойошма һәм район хакимиәте исеменән тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ул обелиск төҙөүгә тос өлөш индергән, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Хажина ауылдаштарын байрам уңайы менән ҡотланы, иң-иңдәрҙе район хакимиәтенең һәм ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. "Үлемһеҙ полк", сағыу концерт номерҙары, тулҡынландырғыс сығыштар – барыһы ла төплө уйланылғанине һәм был сара атанғолдарҙың берҙәм һәм рухлы булыуҙарын тағы берҡат иҫбатланы. Тантанала ауылдың иң оло кешеһе – Аллаярова (Мәтинова) Нәфисә Тәфтизан ҡыҙының да ҡатнашыуы байрамдың баһаһын бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Шанлы йылдар шаһиты булған ағинәй быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Әйткәндәй, улбайрам айҡанлы ҡорбан да салдырған ине.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ауыл халҡы әле айырым китап сығарыу өҫтөндә эшләй – уның исем туйын июндә үткәрәсәктәр.
А. САЛАУАТОВ.