Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Май 2025, 06:15

“Ты держись, “Дед”, мы к тебе обязательно приедем!”

“Баймаҡ ҡалаһында 40 йыл йәшәп минең ундай йөрәгемә ныҡ яҡын дуҫтарым булманы. Ә был егеттәр менән бер йыл бергә булдыҡ. Ошо мәл эсендә улар минең йөрәгемдә ныҡлы урын алды, улар минең иң ҡәҙерле кешеләрем”, - ти ул.

“Ты держись, “Дед”, мы к тебе обязательно приедем!”“Ты держись, “Дед”, мы к тебе обязательно приедем!”
“Ты держись, “Дед”, мы к тебе обязательно приедем!”

Ҡаһармандар дәүере

Яуҙа һыналған дуҫлыҡ

Тыуған илебеҙ оло ғорурлыҡ һәм бер аҙ моңһоулыҡ менән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләне. Еңеү һалдаттары менән бер рәттән беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙе лә данлайбыҙ. Сөнки улар әлеге ваҡытта неофашистар менән йәнен-тәнен аямай һуғышып, атай-ҡартатайҙарының данлыҡлы юлын дауам итә.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Тимерхан Шәрифуллинды яҡташтары ғына түгел, ә республика, башҡа өлкәләрҙә яҡшы беләләр. Данлыҡлы йүгерек, алыҫ араларҙы сыҙамлылыҡ һәм етеҙ үткән Тимерхан ағайҙың спорт өлкәһендә еңеүҙәре бик күп. Хәҙер иһә беҙ уны яугир булараҡ та беләбеҙ. Махсус хәрби операция башланғас та ул хәрби комиссариатҡа барып, һуғышҡа китергә теләк белдерә. Тик 65 йәште үткән Тимерхан ағайҙы алмайҙар. Шулай ҙа ул үҙ һүҙен ҡуймай: “Нисек инде, унда беҙҙең егеттәр алыша, ә мин өйҙә ултырырға тейешме?!”-тип ныҡышып һүҙен һүҙ итә.

Штурмлаусы төркөмгә тәғәйенләнгән яҡташыбыҙға күпте күрергә һәм кисерергә тура килә. Үҙҙәренең взводы һәм командиры менн бик тә ғорурлана ул. Батыр яугирҙәр Красный Лиман йүнәлешендәге ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша. Берҙәм һәм яҡын, бер ғаиләләй булып китәләр. Шуға күрә һәр иптәшен юғалтыуҙы ауыр кисерәләр. Ҡаты яраланған Тимерхан ағайҙы медицина комиссияһынан һуң ҡайтаралар. Яуҙаштары уға: “Ты держись, “Дед”, мы к тебе обязательно приедем!”-тип һүҙ бирә.

Эйе, егет һүҙе бер була. Ошо көндәрҙә батыр взводтың яугирҙәре Баймаҡ ҡалаһына килде. Тимерхан ағай Өфө, Стәрлетамаҡ, Мишкә һ.б. яҡтарҙан булған яуҙаштарын оло ҡыуаныс менән ҡаршы алды. “Баймаҡ ҡалаһында 40 йыл йәшәп минең ундай йөрәгемә ныҡ яҡын дуҫтарым булманы. Ә был егеттәр менән бер йыл бергә булдыҡ. Ошо мәл эсендә улар минең йөрәгемдә ныҡлы урын алды, улар минең иң ҡәҙерле кешеләрем”, - ти ул.

Батыр яугирҙәрҙе район хакимиәте башлығының урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, “Ватанды һаҡлаусылар” ойошмаһының социаль координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, Гөлназ Заманова, халыҡ ижады үҙәге артистары, баймаҡтар ҡаршы алды. “Баймаҡ районы – Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән яҡтарҙың береһе. Улар яуҙа батырҙарса һуғышҡан, тылда ла фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән. Шуға күрә беҙ хаҡлы рәүештә улар менән ғорурланабыҙ. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ саялығы, батырлығы менән айырыла. Махсус хәрби операция яугирҙәренең Баймаҡ ерендә осрашыуы беҙҙе лә һөйөндөрә. Илебеҙ ҡатмарлы мәл кисергән ваҡытта һеҙҙең Ватан һағына баҫыуығыҙ – үҙе батырлыҡ. Бының беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”,-тине Фәнил Рәмил улы.

Взвод командиры, “Пилот” позывнойлы яугир: “Бөгөн данлыҡлы Баймаҡ ҡалаһында баҫып тороуыбыҙ үҙе бер ҡыуаныс. Беҙҙең взводта һеҙҙең яҡташтарығыҙ батырҙарса хеҙмәт итте, беҙ улар менән еңел булмаған юлдарҙы үттек. Әммә был яугирҙәрҙең һәр саҡ ныҡ, түҙемле һәм көслө булып ҡалыуҙары һоҡландыра. Улар үлем ҡурҡынысын еңеп, иптәштәрен һуғыш яланынан алып сығыу өсөн барыһын да эшләне. Беҙҙең взвод һәр саҡ берҙәм һәм ныҡ булды. Беҙҙе Баймаҡ ҡалаһына саҡырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”,- тип йылы теләктәрен еткерҙе.

Яугирҙәр һуғыш алымдарына өйрәткән “Пилот”ҡа, һуғыш яланынан сыҡҡанда, яраланғанда, ҡалҡандай булып үҙҙәрен ҡаплаған иптәштәренә оло рәхмәтен әйтте.

Һалдыт дуҫлығы – иң көслө һәм мәңгелек. Яуҙа яралғаны бигерәк тә ҡәҙерле булалыр. Шуға күрә Тимерхан ағайҙың яуҙаштарын тыуған яҡтарына саҡырыуы яҡшы аңлашыла. Ауыр яралар алып та, эскерһеҙ дуҫлыҡтарын, рухын, тормош һөйөүсәнлеген юғалтмаған яугирҙәргә киләсәктә тик уңыштар юлдаш булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

P/S Яуҙаштарын матур итеп ҡаршылап, улар өсөн Граф күле буйынса матур сара үткәргән Тимерхан ағайҙың йөрәге 18 майҙа тибеүҙән туҡтаны... Мәңгелек дан уға! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас