+21 °С
Болотло
Алдағы өс көндә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә.
Шишәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +10, +15°, көньяҡта иһә +16, +21°.
Шаршамбы республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр фаразлана. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.