+21 °С
Болотло
Байрам көнөндә Башҡортостанда йәшәүселәр аферистарҙан күргән зыян 6 миллион һум тәшкил иткән. Полицияға бөтәһе 15 мутлашыу тураһында ғариза килгән.
Мәҫәлән, Дыуан районында йәшәгән 67 йәшлек ирҙе «ҮҘӘК БАНК-хоҡуҡ һаҡлау органдары» схемаһы буйынса алдағандар һәм унан 800 мең һум самаһы аҡса алғандар.
Өфөнән 72 йәшлек пенсионер ҡатын домофондан кодты үҙгәртергә кәрәклегенә ышанған һәм һөҙөмтәлә 1,7 миллион һумдан мәхрүм ҡалған.
Ә Нефтекама пенсионеры почта бүлексәһенән шылтыраталар тип алданған.