Пенсионер һәм студент Башҡортостанда мутлашыусылар тоҙағына эләккән. БР буйынса Эске эштәр минисирлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә йәшәгән 88 йәштәге пенсионер инәйгә аферистар хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып алдап шылтыратып, улының аварияға эләгеүен әйтәләр. "Документтарҙы рәсмиләштереү" һылтауы менән улар башта курьер аша улар пенсионерҙан 150 мең һум аҡса ала. Артабан 2,7 миллион һум, 10 мең евро һәм ғаилә биҙәүестәре менән сейфты алдап алалар.
Икенсе осраҡта 28 йәшлек студент "удаленка" эше схемаһының ҡорбаны була. Уға бер задание өсөн 500-1500 һумлыҡ өҫтәмә эш тәҡдим итәләр. Мутлашыусылар уны ҡушымтаны күсереп алырға, "номерҙы раҫларға" мәжбүр итә һәм 3,5 мең һум аҡса урлай. Һуңынан, «халыҡ-ара иҫәп» өсөн енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡытып, дүрт кредит рәсмиләштерергә һәм тағы ла 1,5 миллион һум күсерергә мәжбүр итәләр.
Һаҡ булығы! Алданмағыҙ!