+21 °С
Болотло
Үлйәбаев Фазылйән Абдулҡадир улы 1923 йылда тыуған. Ҡәһәрле һуғыш уны ла урап үтмәй, 1941 йылдың июнь айында уҡ алышҡа алына. Ул Дон далалары буйлап сигенеүҙе лә күрә, Сталинградты фашистарҙан һаҡлап ҡалыуҙа ла ҡатнаша. Орел – Курск дуғаһында миномет дивизияһының икенсе миномет батальоны составында һуғышҡа инә. Бөйөк Еңеүҙе Германияның Гамбург ҡалаһында ҡаршылай. “Фашистик Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән наградлана.