Новости
7 Май 2025, 11:45

Батыр улын Тыуған иле онотмай

Ҡаланың 4-се лицейында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Руслан Салауат улы Фәйзуллиндың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, геройҙың әсәйе Әлфиә Васил ҡыҙы, туғандары, дуҫтары, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рәфис Әмиров, “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге” рәйесе Ринат Сабаев, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Ҡаланың 4-се лицейында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Руслан Салауат улы Фәйзуллиндың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, геройҙың әсәйе Әлфиә Васил ҡыҙы, туғандары, дуҫтары, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рәфис Әмиров, “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге” рәйесе Ринат Сабаев, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, Гөлназ Заманова, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Руслан Фәйзуллин 2023 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ йылдың октябрендә Донецк Республикаһында барған ҡаты алышта уның ғүмере өҙөлә. Уның яу юлында күрһәткән ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән баһалана. Әйтергә кәрәк, Русланға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы Суфиян Ғирфанов өлгө булып тора. Уның күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын бәләкәй сағынан уҡ ишетеп үҫә. Һөҙөмтәлә үҙендә лә шундай һыҙаттар тәрбиәләй.  

- Илебеҙгә хәүеф янағанда Руслан Фәйзуллин да ситтә ҡала алманы, үҙ теләге менән Рәсәй Оборонаһы министрлығы менән контракт төҙөй, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман егетебеҙҙең ғүмере бик иртә өҙөлдө. Батыр ул үҫтергәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәт. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Руслан Фәйзуллиндың өлгөһөндә үҫеп килгән быуын тәрбиәләнә.

Әлфиә Вәсил ҡыҙы үҙ сиратында улының исемен мәңгеләштереүгә ҙур көс һалғандарҙың барыһына ла, шул иҫәптән улы белем алған мәктәп коллективына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Руслан Фәйзуллиндың яҡты иҫтәлеген бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алдылар. Уҡыусыларҙың сығыштары сараны тулыландырып, тағы ла тулҡынландырғыс мәл өҫтәне.

Әйтергә кәрәк, ҡаланың 4-се лицейы даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәрә. “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге” уларҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

“Герой партаһы” “Берҙәм Рәсәй” партияһының сираттағы проекты. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Лилиә ТАКАЕВА

Батыр улын Тыуған иле онотмай
Батыр улын Тыуған иле онотмай
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас