Фитрат Яҡуп улы Хисмәтуллин 1919 йылдың 15 сентябрендә Беренсе Этҡол ауылында тыуған. 10 йәшендә генә атайһыҙ ҡалғас, бала саҡтан эшкә егелергә тура килә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тракторсы булыу теләге Баймаҡҡа тракторсылар курсына алып килә. Артабан колхозда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Тәүге тапҡыр Тула янында ут эсенә инә. Һуңынан Курск дуғаһында һуғыша, Брянск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Белоруссия фронтысоставында һуғышҡан саҡтарын (ул саҡта сержант, элемтә отделениеһы командиры була) айырыуса ғорурлыҡ менән иҫкә алыр булған. Сөнки маршал Жуковтың үҙе менән осрашыу, хатта һөйләшеү бәхетенә эйә була. Фитрат Хисмәтуллин – Киев, Харьков, Львов, Варшава ҡалаларын азат иткән батыр яугир. Висла аша элемтә бәйләнеше булдырған өсөн тәүге хәрби наградаға эйә була. Еңеүҙе госпиталдә ҡаршы ала, сөнки минаға эләгеп, бер аяғын өҙҙөрә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар менән наградлана. Ҡартатайҙарының данлы юлын бөгөн ике ейәне дауам итә – махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар ҡәҙерле кешеләренең һуғыш тураһындаһөйләргә яратмауын, “Ул афәтте бер кемгә лә күрһәтмәһен”, – тигән һүҙҙәрен яҡшы хәтерләй. Ағалы-ҡустылы Артур һәм Мораҙым Хисмәтуллиндар ҡартатайҙары еңеү менән үткән ерҙәрҙе бөгөн яңынан
баш ҡалҡытҡан неофашистарҙан батырҙарса азат итә. Күп балалы татыу ғаилә ҡорған, намыҫлы хеҙмәте менән айырылған, үҙ эшен асып, уңыштарға өлгәшкән, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән Артур Хисмәтуллин күптәргә өлгө. Ул бына ике йылдан ашыу инде яу юлдарын үтә. Иптәштәре араһында абруй-хөрмәт ҡаҙанған, йор һүҙле, ярҙамсыл, кешелекле-кеселекле Артур ҡартатаһының юлдарын үтеүе менән ғорурлана.Мораҙым да Артур ағаһы кеүек илгә теш ҡайраған дошмандарҙы юҡ итеү өсөн махсус хәрби операцияға юллана. Өс бала атаһы ағаһының, икеөс туған ағай-ҡустыларының янына атлыға. Ата-әсәгә тәүҙә Артурҙы, унанМораҙымды яуға оҙатыуы еңелдән булмай, әммә ныҡ булып, изге фатихаларын биреп, оҙатып ҡала. Тыныс тормошта үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан танытҡан Хисмәтуллиндар, махсус хәрби операцияла ла алдынғы сафта булып,батырҙарса һуғыша. Ике йыл эсендә Артур бихисап миҙалдарға лайыҡ була. Мораҙым да ағаһынан өлгө алып, ысын яугирлыҡ сифаттарын алып өлгөргән.
“Дошмандарҙы еңеп, Башҡортостаныма, атай-әсәйемә, кәләшемә, балаларым янына ҡайтырға хыялланам. Тыныс тормоштоң ҡәҙере ут эсендә нығыраҡ беленә. Киләсәктә балаларымды аяҡҡа баҫтырырға, тағы ла йәмлерәк итеп донъя көтөргә хыялланам”, – тигән батыр яугир Артурҙың хыялдары тормошҡа ашыуын, ағалы-ҡустылының именһау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Ҡартатай Фитрат Хисмәтуллин һәм ейәндәре Артур, Мораҙым Хисмәтуллиндарҙың бер тарихи юлды үтеүе, уларҙың илһөйәрлек рухы, ҡаһарманлығы беҙҙең барыбыҙға ла өлгө ул.
Гүзәл Иҫәнгилдина.