Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Май 2025, 11:53

Улар - һуғыш йылы балалары

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡартатай. өләсәй - ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар... #ПОБЕДА80 

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡартатай. өләсәй - ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый-саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй. Бөгөн һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте. Сараға Әхмәтова Гөлсөмбаныу, Ямалетдинова Фәриҙә, Илбулова Зәкиә инәйҙәр саҡырылды. Улар үҙҙәренең бала саҡтағы күргән ауырлыҡтары, аслыҡ-яланғаслыҡты, ауыр эштәрҙә алһыҙ-ялһыҙ эшләүҙәре тураһында һөйләп киттеләр. Гөлсөмбаныу инәй уҡыусы саҡта ятлаған шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. Осрашыу иҫтәлеге итеп уҡыусылар ҡунаҡтарға Георгий таҫмалары таҡтылар һәм сараны биҙәп концерт номерҙары ҡуйҙылар.
Бөгөнгө осрашыуға килеп фәһемле хәтирәләр менән уртаҡлашыусы инәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабанда һаулыҡта, бәрәкәтле мул тормошта, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ә инде ҡыҙҙарға һәм егеттәргә бәхет, һаулыҡ, тәүфиҡ һәм киләсәгегеҙҙең яҡты булыуын теләйбеҙ.

Гөлфиә Тләүсина, китапханасы.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас