

"Башмедь" Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы менән килешеү төҙөнө.
Был компания менән хеҙмәттәшлек иткән өсөнсө уҡыу йорто Бынан алда Аҡъяр тау һәм Сибай күп функциялы колледждары менән ошондай уҡ килешеүҙәр төҙөлгәйне.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы һәм «Башмедь» етәкселеге осрашыуы сиктәрендә белем биреү программаларын үҫтереү һәм студенттарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса пландар тикшерелде. Колледж предприятиеға иретеп йәбештереүсе, электрика, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өлкәһендә белгестәр, шулай уҡ тракторсылар һәм бульдозерсылар тәҡдим итергә әҙер. Яңы уҡыу йылында ПДМ һәм ПСМ машинистары һөнәрҙәре буйынса уҡытыу асыу планлаштырыла.
"Башмедь" колледжға, шул иҫәптән хеҙмәт килешеүе төҙөү менән производство практикаһын ойоштороуға ярҙам күрһәтәсәк. Студенттар кәрәкле ҡорамалдар, махсус кейем һәм шәхси һаҡланыу саралары аласаҡ, шулай уҡ тәжрибәле остаздар етәкселегендә эшләйәсәк. Шулай уҡ маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр ҡаралған.