+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бушлай янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла.
Башҡортоанда янғынды иҫкәрткестәр 15 льготалы категория граждандарына бирелә, тине иҫкә төшөрҙө республика премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең һуңғы ултырыштарының береһендә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәҡдиме буйынса уларға тағы бер категорияны — яугирҙар ғаиләләрен өҫтәү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быға тиклем янғын иҫкәрткесте алыу хоҡуғына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғына эйә ине.
Программа ғәмәлдә булған осорҙа республика халҡына 665 меңдән ашыу янғын һүндереү мини-сиренаһы бушлай бирелгән, улар 1,2 меңдән ашыу кешене ҡотҡарған.