

Беҙҙең Үрге Яйыҡбай ауылынан Йәмлихина Лилиә Ирмөхәмәт ҡыҙы, балалары,туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары,дуҫтары менән "Йәшел Башҡортостан" акцияһына һәм "Атайсал" проектына ҡушылып ҡарағайҙар ултыртты.
Оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләүсе тормош иптәшем, атайыбыҙҙың,ҡататайыбыҙҙың исемен мәңгелләштереү ниәтендә, Үрге Яйыҡбай ауылы эргәһендә ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ.
Йәмлихин Әхмәр Әхәт улы 1965 йылдың 9(12) майында Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында донъяға килә. Бала саҡтан тыуған яғын, атайсалын, тәбиғәтте ярата. Илһөйәр, эшһөйәр булып үҫә. Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, ғүмерен урмансы эшенә бағышлай. Әйтерһең, уның ултыртҡан ҡарағайҙары урмансының ғүмерен дауам итә...
Был эште атҡарып сығыуҙа бик күп ярҙам итеүсе Айҙар ағай Ғәйетҡоловҡа мең рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ, Амур Зиннәт улына, Әхиәр Әхмедъйән улына, Наил Әхмәҙулла улына, Рәмил Сәфәрғәле улына, Хәйҙәр Хаварис улына,Байым егете Марат ағайға, Ниғәмәт һәм Байым мәктәбе уҡытыусыларына, уҡыусыларына, дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Йыраусынан йыр ҡала
Ҡурайсынан моң ҡала.
Урмансынан үҫтергән
Йәшел урманы ҡала.
Урмандарға кергән саҡта
Тыңла япраҡ тауышын.
Ир -егеттең эшен данла
Һорама уның йәшен.
Яҙҙар килер ҡар һыуҙары
Гөрләүек булып ағыр.
Әхмәр урманы тигән ер
Тарихҡа һеңеп ҡалыр.
Р.С. Хәсәнов.