Новости
28 Апрель 2025, 11:25

Ел көсәйә

боҙлауыҡ, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -5° булыуы, ҡырау төшөүе фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе температураның түбәнәйеүе хаҡында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 апрелдә көндөҙ һәм төндә төбәктә елдең урыны менән секундына 26 метрға етеүе фаразлана.

Шулай уҡ боҙлауыҡ, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -5° булыуы, ҡырау төшөүе, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас