Новости
25 Апреля 2025, 08:47

Ысын ир-егет ине

Уның яҙмышы күктә атылғансағыу йондоҙ менән бер булды.Ҡапыл ғына балҡып янды ла,ялҡынлы тормош юлы үтеп,беҙҙе бөтмәҫ ҡайғыларға һалып,китеп тә барҙы. Ҡәҙерлебеҙҙеуйламаған көнөбөҙ юҡ.Һағынабыҙ, зарығабыҙ...Их, барыһы ла ҡурҡыныс төшкеүек кенә булһын ине, шатйылмайып, ҡайтып инһен ине...

Эдуард Нуриәхмәт улы Таштимеров 1978 йылдың 1 мартында Байыш ауылында донъяға ауаз һалды.
Бәләкәй генә сағынан ҡустыһы менән икәүләшеп ата-әсәһенең уң ҡанаты булдылар. Хәлдәренән килгәнсә йортҡура тирәһендә ярҙам итергә тырыштылар. Шулай бала саҡтан эшкә әрһеҙ малай егәрле, алтын ҡуллы ир-егет булып үҫте. Урта белемде ауыл мәктәбендә алған егет, артабан БДУ-ның Сибай институтына юл тотто. Бында ул юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Бер аҙҙан әрме сафына алынды. Тыуған ил алдындағы бурысын ул Төньяҡ Кавказда, Чечен һәм Дағстан республикаларында үтәне. 2004 йылда Эдуард ғүмерлек  тормош юлдашы Ританы осратып, матур ғаилә ҡорҙо. Йәштәр ғаилә усағын Сибай ҡалаһында ҡабыҙып, донъя ҡороп йәшәй башланы. Тиҙҙән мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы ике бала донъяға килде. Өлгөлө ғаилә башлығы ҡатыны өсөн хәстәрлекле тормош иптәше, ә балаларына һәр яҡтан уңған, ҡәҙерле атай булды.

Эдуард Нуриәхмәт улының хеҙмәт юлы Сибай ҡалаһындағы суд приставы хеҙмәтендә башланды. Унан “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә оҙаҡ йылдар юрист булды. Шулай уҡ ҡәҙерлебеҙ Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы буйынса дәүләт комитетында ла эшләп алды. 2022 йылдың ғинуарында Сибай ҡала округының “Граждандарҙы яҡлау идаралығы” муниципаль ҡаҙна учреждениеһына белгес итеп эшкә саҡырҙылар. Тырыш хеҙмәте менән ул етәксе дәрәжәһенә тиклем барып етте. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Эдуард Нуриәхмәт улы үҙен тырыш һәм яуаплы хеҙмәткәр, ғәҙел һәм кешелекле етәксе итеп күрһәтте. Ошо уҡ йылдың 26 сентябрендә Эдуард Таштимеровты мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алдылар. 428-се полктың мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итте. 2023 йылда Украинаның Луганск өлкәһендәге Кременная урмандарында оҙайлы позицияларҙа булырға тура килә уға. 2024 йылда Авдеевка йүнәлешендәге Тоненькое ҡасабаһында барған алышта ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 2024 йылдың 10 апрелендә хәрби бурысын үтәгән саҡта Эдуард Таштимеров батырҙарса һәләк булды. Э.Н. Таштимеров күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ, генерал Шайморатов ордендары, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, 428-се полктың “Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ” миҙалдары менән наградланды. Ошо көндәрҙә яратҡан, ҡәҙерле Эдуардыбыҙҙың яҡты донъя менән хушлашыуына бер йыл була. Ҡәҙерлебеҙ ысын ир-егет өлгөһө булды. Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлегентик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.

Мәрхүмдең ата-әсәһе, ҡәйнәһе, ҡатыны һәм балалары

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас