+24 °С
Ямғыр


Өсөнсө тапҡыр Билал ауылында Ирәмәл һәм Азалия магазиндарында изгелек йәшниге ҡуйып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугир егеттәргә гуманитар ярҙам йыйҙыҡ. Ауылдаштарға ҙур рәхмәт, сауаптары насип булһын.
Егеттәребеҙ алып ҡыуанып тотонорға яҙһын,имен -һау йөрөгөҙ һәм әйләнеп ҡайтығыҙ. Водитель егеткә ҙур рәхмәт ,егеттәргә алып барып тапшырып ҡайтты.Һәр саҡ юлдарың уң булһын. Һәмдә әйтәһе килә. Һәр- саҡ шулай берҙәм әүҙем булайыҡ ,ситтә ятып ҡалмайыҡ. Уларҙа беҙҙән ярҙам көттәләр. Артабан да гуманитар ярҙамға изгелек йәшниге ҡуясаҡбыҙ.
Айҙар Хамматов.