

Билал ауылында үткән ағинәйҙәр йыйыны үҙенсәлекле һәм сағыу булыуы менән айырылды. Районыбыҙ ҙур булыуға ҡарамаҫтан, тәғәйен ваҡытҡа һәр биләмәнән милли кейем кейеп, йөҙҙәре ҡояштай балҡыған апай-инәйҙәр йыйылды. Сараны алып барған ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һәр кемгә күңел асҡысы табып та, Билал биләмәһе йәмәғәтселәренең эшмәкәрлеге менән дә таныштырып өлгөрҙө.
Эйе, Билал ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина күптәргә таныш. Уның әүҙемлеге, һәр эштә өлгөрлөгө, ойоштороу һәләте күптәргә өлгө.
Ысынлап та, был йәһәттән Билал ауыл биләмәһен тик ыңғай яҡтан билдәләргә була. Был сараға ла улар бергәләп әҙерләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамға тип ауыл ир-егеттәре лә йүгереп йөрөй. Шулай уҡ сарала биләмә башлығы Данис Иҫәньюловтың ҡатнашыуы оло мәртәбә булды.
Билалдар сараны Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Йома сәйе” шиғырына үҙебеҙҙең билдәле һәүәҫкәр композиторыбыҙ Вилүр Мәүлетов яҙған йыр менән асты.
Тулы мәҡәләне "Һаҡмар" гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.