+24 °С
Ямғыр


Түбә ауылы халҡы гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы йыйған аҡсаға генератор, шуруповерт, балта, бензопила, ике УАЗ аккумуляторы, лебедка һәм газ баллондары һатып алды. Шулай уҡ Римма Ғибадатова һәм Зифа Мәжитова флис толстовкалары текте. Мобилизацияланған яугирҙең ғаиләһе Гөлназ һәм Ҡыуат Боҫкуновтар йылҡы ите тапшырҙы. Ит алдан туңдырыла һәм барып еткәнсе боҙолмаһын өсөн, төргәкләнә. Ауыл халҡына ҙур рәхмәт!