Яугирҙәргә ярҙам ебәреү туҡтамай. Был эштә ишбирҙеләр ҙә бик әүҙем. Ишбирҙе мәктәбе коллективы аҡса йыйып, блиндаждар эшләүгә ике рулон полиэтилен алып биреп ебәрҙе. Ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтте.