Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Апрель 2025, 06:05

Янғындар йышая, һаҡ булығыҙ!

Әсәле уллы утта янып үлгән

Янғындар йышая, һаҡ булығыҙ!Янғындар йышая, һаҡ булығыҙ!
Янғындар йышая, һаҡ булығыҙ!

Әсәһе менән улы Башҡортостандың Мәләүез районы Нөгөш ауылында төнгө янғында һәләк булған. Янғын Яр буйы урамындағы ике фатирлы йорттоң бер фатирында була. Янғынды һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр килде. Янғын һүндереү барышында һәләк булған 72 йәшлек ҡатын һәм 50 йәшлек ирҙең кәүҙәләре табылған. Янғынды һүндереүгә 13 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан тип фаразлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас