Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Апрель 2025, 07:18

Һәр мосолманға фарыз эштәр

1. Үз телеңә хужа бул. 2. Башҡаларҙан көлмә. 3. Тоғро һүҙле бул. 4. Яман уйҙан ҡас. 5. Малыңды әрәм-шәрәм итмә. 6. Аллаһы Тәғәлә тыйған нәмәләрҙән тыйыл. 7. Кеселекле һәм киң күңелле бул. 8. Фәҡирҙәргә ярҙам ит, саҙаҡа бир. 9. Биш ваҡыт намаҙ уҡы. 10. Хаталанһаң, Алланан ғәфү үтен, ярлыҡау һора, тәүбә ҡыл. 11. Дөрөҫ юлдан йөрө. 12. Изгелекле, гүзәл бул

Ҡөрьән Кәримдәге бөтә аяттар, доғалар, хәҙистәр шуны белдерә: был фани донъяла әҙәм балалары бер ҡасан да хәҡиҡәттән айырылмаҫҡа тейеш. Һәр  бәндәнең «Эсе лә, тышы ла» пак булһын.

Башҡаларҙың хаҡын һаҡлап, йәндәрен игәмәйенсә, намыҫтарына ҡағылмайынса, күңелдәрен тапамайынса  йәшәргә тырышырға кәрәк. Тормошта, көн итмештә ошо ҡағиҙәләрҙе онотмаһаҡ ине: телебеҙгә тоғро булайыҡ, ялғанламайыҡ, башҡаларҙың ғәйебен  һатмайыҡ. Күңелең дөрөҫ булһын: күңел саф, таҙа булырға тейеш. Бүтәндәр тураһында насар уйламаҫҡа. Нәфсебеҙҙе тыя беләйек: ул теләгән нәмәләргә ҡыҙыҡмайыҡ, алданмайыҡ, алдамайыҡ. Изге хәҙис шулай ти: 

«Бәндәнең теле тоғро, дөрөҫ булмаһа, иманы ла, күңеле лә тоғро булмаҫ. Асылы ялған кеше йәннәткә инмәҫ». 

Һәр мосолманға фарыз эштәр 

1. Үз телеңә хужа бул.
2. Башҡаларҙан көлмә.
3. Тоғро һүҙле бул.
4. Яман уйҙан ҡас.
5. Малыңды әрәм-шәрәм итмә.
6. Аллаһы Тәғәлә тыйған нәмәләрҙән тыйыл.
7. Кеселекле һәм киң күңелле бул.
8. Фәҡирҙәргә ярҙам ит, саҙаҡа бир.
9. Биш ваҡыт намаҙ уҡы.
10. Хаталанһаң, Алланан ғәфү үтен, ярлыҡау һора, тәүбә ҡыл.
11. Дөрөҫ юлдан йөрө.
12. Изгелекле, гүзәл бул.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас