+21 °С
Болотло
Башҡортостандың медицина учреждениеларына 428 кеше талпан тешләүенә ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 162-һе-бала, тип хәбәр иттеләр республиканың Роспотребнадзор идаралығынан.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү саралары хаҡында иҫкә төшөрҙө.
"Талпандар үләндә, бейек булмаған ҡыуаҡтарҙа һәм бер ҡасан да ағастарҙа йәшәй. Талпан кейемгә кеше эргәлә булғанда беркетелә, шунан кейем өҫтөндә өҫкә хәрәкәт итә башлай, кейем аҫтындағы тирелә «йәшерен урын» эҙләй, шунда йәбешеп ҡала, — тип һөйләнеләр Роспотребнадзорҙа. - Һәр 20-30 минут һайын үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы тикшерегеҙ. Инструкция буйынса репелленттар ҡулланығыҙ.