Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель 2025, 05:40

Мерәҫтә берҙәм халыҡ йәшәй

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙы мөһим бурыстарҙың береһе, тип һанайбыҙ.

Мерәҫтә берҙәм халыҡ йәшәй

21 апрель – Рәсәйҙә урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Тап улар халыҡ менән власть араһын бәйләүсе күпер булып тора. Ниндәй генә мәсьәләне хәл итергә кәрәк булмаһын, улар тәү сиратта урындағы власҡа мөрәжәғәт итә. Һөнәри байрамдары уңайы менән һүҙҙе Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаевҡа бирәбеҙ:

- Мерәҫ ауылы биләмәһенә: Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары ҡарай. 242 хужалыҡта 760 кеше йәшәй. Ике ауылда ла ерле халыҡ, шуның менән дә көслөбөҙ. Тыуған ерем, ауылым, тип йән атҡандар төпләнгән. Буш торған өйҙәр ҙә бар. Әммә беҙҙең ауыл Баймаҡҡа яҡын булғас, бер нисә ғаилә күсеп килде. Юл бар, интернет яҡшы эшләй. Ҡайһы бер ауылдарға ҡарағанда беҙҙә шарттар ҙа яҡшыраҡ. Башҡа ауылдар бөтһә, беҙҙә, киреһенсә, үҫә бара.

Ауылыбыҙ Баймаҡ ҡалаһына яҡын урынлашыуы менән отошло. Баймаҡтан автобус көнөнә өс тапҡыр килә. Шуға күрә лә күптәр Баймаҡ ҡалаһындағы сауҙа нөктәләрендә, мәктәптәрҙә, дарыуханала һәм башҡа урындарҙа йөрөп эшләй. Йәштәр вахта ысулын үҙ иткән.

Урамдарҙа халыҡты эсәр һыу менән тәьмин иткән селтәр төҙөлгән. Күптәр уны өйҙәренә тоташтырған. Һыу селтәрен хеҙмәтләндереү буйынса ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, беҙҙең Хажғәле ағай Тутаев шунда уҡ ярҙам күрһәтергә ашыға. Хеҙмәте өсөн бер тин дә һорамай. Беҙ уға бының өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ. Дөрөҫ, 1987 йылда үткән һыу селтәренә бөгөн ремонт талап ителә. Былтыр 250 метрҙа торбаларҙы алмаштырҙыҡ. Быйыл тағы ла 400 метрҙа шундай уҡ эштәр башҡарыласаҡ. Бының өсөн муниципаль бюджеттан финанс бүленә.

Юл буйынса проблема юҡ. Быйыл “Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһында ҡатнашабыҙ. Беренсе һайлап алыу турынан үттек. Һөҙөмтәһе ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән осраҡта, Мерәҫ ауылының Әкрәм Ниғмәтуллин урамына 4 км юл төҙөләсәк. Унда ҡырсынташ түшәләсәк.

Ауылда шулай уҡ балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп эшләй. Утыҙлаған бала ҡаланың 3-сө мәктәбенә йөрөп уҡый. Ике автобус иртәле-кисле уҡыусыларҙы ташый.

Ауылда биш крәҫтиән-фермер хужалығы бар: Ғиззәт Ямантаев, Альфред Хөсәйенов, Ғилман Нәҙербаев, Илмир Ямантаев һәм Сергей Мичунов. Улар ярайһы уңышлы эшләй. Мал көтәләр, үҫемселекменән шөғөлләнәләр. Шуның менән ауыл халҡына эш урындары булдырғандар. Ярайһы яҡшы ғына эш хаҡы түләйҙәр.

Ауыл халҡы ла күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Шуның көсө менән генә йәшәүселәр ҙә бар. Һыйырҙан тыш, ете йөҙҙән ашыу йылҡы малы ла бар. Туғыҙ ерҙә көтөү ойошторолған.

Эйе, беҙҙә дәртле, әүҙем һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Нимә эшләргә кәрәк булһа ла дәррәү күтәрелеп сығалар. Ике ауыл бергә ете округҡа бүленгән. Ауыл Советы депутаттары уңған, егәрле, әүҙем, эштәренә етди ҡарайҙар. Улар - минең беренсе ярҙамсыларым.

Районда беҙҙең ауыл биләмәһе беренселәрҙән булып “Урам байрамдары” үткәрә башланыҡ. Уларҙа халыҡтың йәшәйешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырырға тырышып, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған ҙур байрам ойошторҙоҡ. Республика, район конкурстарында әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтыр “Сәләмәт ауыл” район конкурсында ҙур эштәр атҡарҙыҡ. Һөҙөмтәлә Гран-при яуланыҡ. Быйыл да ошо тәңгәлдә эшлйбеҙ. Даими рәүештә экологик өмәләргә сығабыҙ, төҙөкләндереү саралары уҙа. Шулай уҡ “Сылтыр шишмә” конкурсына ла ихлас ҡушылдыҡ. Беҙҙең ауыл биләмәһендә ете шишмә бар. Уларҙың барыһын да кәртәләп алғанбыҙ, ҡоймаларының буяуын яңыртып, тирә-яғын таҙартабыҙ. Граф күле беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡарай. Шул сәбәпле, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уның тирә-яғын таҙартыу өсөн даими экологик өмә ойошторабыҙ. Ҡайһы бер ял итергә килеүселәр үҙҙәренең түбән мәҙәнилеген күрһәтеп, сүп-сарын ташлап китә. Беҙ улар артынан йөрөп, йыйып алабыҙ.

Ауыл халҡы ваҡытлы матбуғатҡа дәррәү яҙыла. Бында Миләүшә Дауытбаева етәкселегендәге почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең эшен билдәләп китергә кәрәк. 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу кампанияһында районда өсөнсө урынды яуланыҡ.

Халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға, төрлө уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән бөтә программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, “Аныҡ эштәр” буйынса былтыр Мерәҫтә урамдарҙы яҡтыртҡан бағаналарҙа лампаларҙы алмаштырҙыҡ. Быйыл Бәхтегәрәй ауылында ла шундай уҡ эштәр көтөлә. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына халыҡ ышаныс белдерә. Быға ҡәҙәр уның ярҙамында бөтә булған кәрәкле ҡоролмалары менән МТЗ-892 тракторы алдыҡ. Унан алда янғын һүндереү өсөн һыу мискәһе алған инек. Быйыл Мерәҫ ауылындағы зыяраттың ҡоймаһын яңыртыуҙы планлаштырабыҙ. Ә Бәхтегәрәй ауылы халҡы бының өсөн үҙҙәре аҡса йыя башланы. Йәйгеһен зыяраттың ҡоймаһын яңыртырға иҫәп тотабыҙ.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙы мөһим бурыстарҙың береһе, тип һанайбыҙ. Үҙем дә кисәге яугир. Яраланыу сәбәпле, демобилизацияландым. Шуның өсөн дә яугирҙәргә нимә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайым. Был тәңгәлдәге эш беҙҙә яйға һалынған. Мәҙәни ойоштороусы Айһылыу Дауытбаева, китапханасы Рафиға Ғазина “Беҙ бергә” Баймаҡ ирекмәндәре төркөмө исеменән яугирҙәргә толстовкалар тегә. Уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәребеҙгә тапшырабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, төрлө милли ризыҡтар әҙерләп оҙатабыҙ. Ит быҡтырабыҙ, турамалар әҙерләйбеҙ. Бөгөнгә яҡынса туғыҙ йөҙҙән ашыу банка ризыҡ ебәргәнбеҙ.

Беҙҙең ауыл биләмәһенән утыҙлаған егет нацистарға ҡаршы көрәшкә юлланған. Уларға ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтеү маҡсатында, яугирҙәрҙең фотоларын ҡуйып, ҙур баннер эшләттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс егетебеҙҙең ғүмере батырҙарса өҙөлдө. Яугирҙәр менән даими бәйләнештәбеҙ. Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата округтар араһында концерттар ҡуя башланыҡ. Унан килгән аҡсаны яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтәсәкбеҙ.

Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Бөгөн шуға әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Ауылда эскелек менән мауыҡҡан, рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр һатыусы юҡ.

Бөгөн ауыл биләмәһен үҫтереү буйынса күп саралар күрелә. Инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белдерә. Граф күле буйында ял итеү комплекстары төҙөргә ниәтләйҙәр. Ауылда Көрәнбейә тигән шишмә бар. Уның һыуы шундай шифалы, таҙа, ҡышҡыһын да туңмай. Тағы ла бер инвестор ошо шишмә һыуын һауыттарға тултырып сауҙа нөктәләренә сығарыу эшен планлаштыра. Бөгөн документтар әҙерләнә.

Һүҙ аҙағында ауылдаштарыма берҙәм һәм уңған булғандары өсөн рәхмәт белдергем килә. Күмәк көс менән бөтә ҡаршылыҡтарҙы йырып, үҙебеҙгә йәшәү өсөн шарттар тыуҙырабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас