Новости
16 Апрель 2025, 11:40

Юл ябыла

Был юлдан 16 апрелдән 16 июнгә тиклем йөрөп булмаясаҡ

Юл ябылаЮл ябыла
Юл ябыла

Башҡортостандың Транспорт министрлығында М-7 федераль трассаһының яңы участкаһын ябыу тураһында белдерҙеләр. 2025 йылдың 16 апреленән 16 июненә тиклем Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарында М-7 трассаһының яңы участкаһында (Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдары аша урау юлда) барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябыла.

Бында юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын ҡороу эштәре башҡарыла. М-7 Волга трассаһының иҫке йүнәлеше буйынса машиналар өсөн урау маршрут ойошторолған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас