Новости
16 Апрель 2025, 14:40

Ейәнегеҙ бер ҡыҙҙы тапаны

Ашығыс бер миллион һум аҡса табығыҙ

Пенсионер апай был һүҙҙәргә ышана. Уға тапалған ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн бер миллион һум аҡса кәрәк, шул саҡта ейәнегеҙ төрмәгә ултырмаясаҡ тейҙәр. Оло кеше илап, йыйып барған 200 мең һум ғына аҡсаһы барлығын әйтә. Әлегә етә был аҡса, хәҙер килеп алабыҙ тейҙәр. Пенсионер аҡсаһын биреп ебәрә һәм алданғанын аңлай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас