+21 °С
Болотло
Кисә Башҡортостанда Өфө - Белорет юлына мина һалыныуы хаҡында хәбәр таралды, тип хәбәр итә "Башинформ".
Өфө - Белорет трассаһында машиналар хәрәкәте туҡтатылған. Ашығыс хеҙмәттәргә, Инйәр йылғаһы аша күпергә мина һалынған, тигән хәбәр килгән.
Автоһәүәҫкәрҙәр Белорет районы Кәртәле ауылы янында видео төшөргән. Кадрҙа күренеүенсә, машиналар туҡтап тора, тығын барлыҡҡа килгән.
Асыҡланыуынса, юл ситендә ҡул гранатаһы табылған. Урынға саперҙарҙы саҡырғандар. Әлеге ваҡытта хәрәкәт асылған, хәүеф юҡ, тип белдерҙеләр Башҡортостандың транспорт министрлығында.