Новости
15 Апрель 2025, 10:42

Ауыл мәктәбендә директор булһаң...

690 мең һумлыҡ грант алырға була! 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

Указ тексынан күренеүенсә, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум.

Гранттар тапшырыу тураһында ҡарарҙы республика комиссияһы ҡабул итергә тейеш.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Ауыл мәктәбендә директор булһаң...
Ауыл мәктәбендә директор булһаң...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас